Башҡорт теле-күңелем көҙгөһө.
Декабрь 8, 2021
Просмотров: 45
Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшәлә килә. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мифтахетдин Аҡмулла теле, Мостай Кәрим теле, Рәми Ғарипов теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.



Үҙ тупрағым, үҙ илем.
Үҙ телемдә ҡабатлайым
Иң ҡәҙерле тәү һүҙем.
Атай, әсәй, ерем, һыуым –
Әйтеп үҫкән һәр быуын.
Сит ерҙәргә киткәндә лә
Йырлармын башҡорт йырын.
“Телеңде онот”, – тимәгеҙ,
Юҡ, онотмам үҙ телем!
Саф башҡортса һөйләшкәнгә
Балҡып тора күңелем!
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мифтахетдин Аҡмулла теле, Мостай Кәрим теле, Рәми Ғарипов теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.



Үҙ тупрағым, үҙ илем.
Үҙ телемдә ҡабатлайым
Иң ҡәҙерле тәү һүҙем.
Атай, әсәй, ерем, һыуым –
Әйтеп үҫкән һәр быуын.
Сит ерҙәргә киткәндә лә
Йырлармын башҡорт йырын.
“Телеңде онот”, – тимәгеҙ,
Юҡ, онотмам үҙ телем!
Саф башҡортса һөйләшкәнгә
Балҡып тора күңелем!